МИЛЯУША СУЛТАНОВА Илемә хат Өфө урамында бер танышымды осраттым. Ғәҙәттәгесә иҫәнлек-һаулыҡ, хәл-әхүәлдәр һорашып бөткәс, ул: — Һеҙҙе нисек осратырға инде, тип аптырап йөрөй инем, ҡалай шәп тап килдегеҙ әле, — тине лә шунан һуң ғәжәпләнерлек бер хәбәр һөйләргә тотондо: — Былтыр мин Тымыҡ океан буйындағы бер илдә (исемен әйтеп тормайым) сәфәрҙә булып ҡайттым. Беҙҙең сәйәхәтселәр төркөмөндә Башҡортостандан дүрт кеше инек. Бында башҡортса кем аңлаһын тип, шул илдең баш ҡалаһы урамынан үҙебеҙсә һөйләшеп килә инек, берәү ҡаршыбыҙға сыҡты ла: — Һаумыһығыҙ, ғәфү итегеҙ, — ти. — Һеҙ башҡорттармы? Беҙ аптырап киттек. Асҡан ауыҙыбыҙҙы ла япмай, уға текләп ҡал¬дыҡ. Ҡырҡ менән илле йәштәр араһындағы ир ине ул. Төҫө, һыны, буйына ҡарағанда, ошо ил кешеһе булғанға оҡшай. — Эйе, беҙ башҡорттар, — тинем мин. — Башҡортостандан. — Минең ҡартатайым да башҡорт ине, — тине теге кеше. — Уның бала-сағалары, ейән-ейәнсәрҙәре — барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе башҡорт тип йөрөтәбеҙ. Ҡартатайым бөтәбеҙҙе лә үҙ теленә өйрәтте. Бынан байтаҡ йылдар элек ул милләттәштәребеҙгә хат яҙғайны. Шуны берәй башҡортҡа бирергә ҡушты. Үҙе күптән вафат инде. Бер ҙә ҡулай ғына кеше осратҡаныбыҙ юҡ. Шул хатты һеҙгә бирһәк, башҡорт халҡына еткерә алмаҫһығыҙмы икән? — Бирегеҙ хатығыҙҙы, халыҡҡа еткерербеҙ, — тинем мин. — Иртәгә һеҙҙе ҡайҙа осратып булыр икән? — тигән һорауына беҙ гидҡа ҡараныҡ. Ул башта аптырап ҡалды, урыҫ телен аңлаһа ла, башҡортса белмәй ине шул. Шуны төшөнөп, яңы танышыбыҙ гидҡа был ил телендә үтенесен еткерҙе. Улар ниҙер бытылданылар, хатта бәхәсләштеләр ҙә шикелле. — Ярай, иртәгә тиклем һау булығыҙ, — тип теге танышыбыҙ үҙ юлында булды. Икенсе көндө ул беҙҙе эҙләп тапты һәм миңә ҡартатаһының ха¬тын тапшырҙы. Ул саф башҡорт телендә яҙылғайны. Гид уны әйләндереп, тулғандырып ҡараны ла миңә кире бирҙе. — Ағай, ошо аманатты һеҙгә еткерәм. Нимә эшләтһәгеҙ ҙә — һеҙҙең ҡарамаҡта. Хатты бик ҡыҙыҡһынып уҡыным мин. Ул бер әҙәмдең милләттәштәренә, Башҡортостанға төбәлгән васыятнамәһе булып сыҡты. Шуға күрә мин уның бер һүҙен дә үҙгәртмәйенсә, ул нисек яҙылһа — шул көйөнсә уҡыусыға еткерергә булдым. «Һаумыһығыҙ, хөрмәтле милләттәштәр! Был юлдарҙы алыҫ илдә көн итеүсе бер башҡорт яҙа. Һеҙ хат менән танышҡанда, мин был донъяла булмамдыр. Шу¬лай ҙа, һүҙҙәрем ҡасан да булһа бер милләттәштәремә барып етер, тип ышанам. Балаларыма, ейәндәремә хатымды берәй уҡымышлы башҡортҡа еткереүҙе васыят итеп ҡалдырам. Беҙҙең йортта башҡортса китаптар, журналдар күп кенә. Үҙем элекке заман кешеһе булһам да, ошо китап-журналдарҙы уҡыу-өйрәнеү арҡаһында, башҡорттар бөгөн уҡыған әҙәби телдә яҙырға өйрәндем. Беҙ ҡаланан алыҫ түгел, утар кеүек бәләкәй генә бер ауылда йәшәйбеҙ. Ғаиләмдә барыһы ла башҡортса белә, аңлай. Үҙем өйрәттем. Башҡорт телен, башҡорт рухын ғаиләбеҙҙә һаҡларға тырышабыҙ. Алла бирһә, минән һуң да шулай булыр. Башҡорт теле ғаилә теле булып һаҡланыр. Әле яҙғандарым кескәй генә инеш булыр. Хәҙер хат яҙырға мәжбүр иткән сәбәпкә күсәм. Тик шуныһы: йәшәгән илемде лә, исем-шәрифтәремде лә теркәмәйем. Башҡортостандағы яҡындарыма, таныштарыма ялҡыны тейер, тип ҡурҡам. Зиһенле кеше былай ҙа кемлегемде яҡшы аңлар, төшөнөр. Күптән түгел шағир Назар Нәжмиҙең «Урал» поэмаһын уҡып сыҡтым да үҙ фе¬керемде белдереп хат яҙмай түҙә алманым. Оҫталыҡ яғынан поэма бик шәп, һүҙ ҙә тейҙерерлек түгел. Әҫәрҙең «Урал» йыры менән бәйле булыуы уның әһәмиәтен тағы ла арттыра төшә. Һүҙем ул турала түгел. Поэмала артист менән эмигрант башҡорттоң осрашыуы һүрәтләнә. Әҫәр аҙағында шағир артистан: «Юҡ, һин барыбер ысын башҡорт түгел», — тип әйттерә. Ни өсөн? Башҡорттар нисәмә йылдар Уралда даулашып, яулашып йәшәгән. «Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын», — тип әйтелә «Урал» йырын¬да. Әгәр яҙмыш инсанды иленән китергә мәжбүр итһә, башҡорт ни эшләргә тейеш һуң? Мин дә, илемде ташлап китмәһәм, күптән теге донъяла булыр инем. Элекке арҡаҙаштарым, башҡорт данын бөтә донъяға билдәле иткән Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған кеүек ғалимдар сит илдәргә китмәһә, күптән үлтерелгән булырҙар ине. Шунан, улар ҙа башҡорт түгелме ни? Егерменсе, утыҙынсы, илленсе йылдарҙа күпме аҫыл ил ағаларын аҫтылар, киҫтеләр, Себер ебәрҙеләр. Халҡымдың бына тигән улдары, ҡыҙҙары әрәм булды. Сит илдәргә ҡасҡандары, һәләттәренә, таланттарына ҡарап, үҙҙәренең кем икәнлектәрен иҫбатланылар. Уларҙы, һин башҡорт түгел, тип әйтергә телем әйләнмәй. Шуға шағир фекере менән төптө риза түгелмен. Һүҙемде иҫбатлау өсөн, тормош юлымды тасуирламаҡсымын. Атайым — атаҡлы мулла. Ул урыҫ-япон һуғышында ҡатнашҡан. Тыуған илен — Башҡортостанын һағынып, түбәндәгесә йырлаған: Аҙаштырған болан балаһылай, Яңғыҙ башым ситтә интегәм. Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна, Иҫкә төшһә Тыуған илгенәм. Мин дә ситтәмен. Илемә зар-интизар булып йәшәйем. Заманында атайым ошо илгә ҡаршы һуғышһа, ул ил мине үҙенә һыйындырҙы. Йәшәргә мөмкинлек бирҙе. Билдәле, бында мин яңғыҙ түгелмен. Бында ла, аҙ булһа ла, башҡорттар бар. Ғаилә ҡорҙом. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем «ҡартатай» тип өҙөлөп тора. Үҙҙәрен улар ҙа башҡорт һанай. Яҙмышым ситкә ташлағас, башты ташҡа һуғып булмай. Әҙәм балаһы минең урында ни эшләргә тейеш һуң? Башҡынайым ситтә йөрөһә лә, Күңелдәрем тыуған илемдә, — тип атайым дөрөҫ йырлаған. Билдәле, ул тыуған иленә әйләнеп ҡайта алған. Тик миңә генә был бәхет насип булмаҫ, моғайын. Бар ғүмерем ситтә үтһә лә, йырҙа әйтелгәнсә, минең дә күңелем тыуған илемдә шул. Һәр аңлы көнөмдә үҙ илемде онотаһым юҡ. Өнөмдә лә, төшөмдә лә һин, илем-ғәзизем! Эйе, мин хәлле генә ғаиләлә үҫтем. Уҡырға, белем алырға, алған белемемде милләтемә ҡайтарырға ынтылдым. Әммә йәшлек йылдарым Рәсәйҙәге болғансыҡ йылдарға тура килде. Минең, бик күп тиҫтерҙәремдең, милләттәштәремдең шун¬дай изге теләге, уйы, ышанысы тормошҡа ашманы. Күптәр яу ҡырында ятып ҡал¬ды, үлде, был мәхшәрҙән тере ҡалғандар төрмәләрҙә үлтерелде, һөргөндәргә ебәрелде. Бик һирәктәр сит илдәргә китергә мәжбүр булды. Шундайҙарҙың бе¬реһе мин фәҡирегеҙ булам инде. Өфөлә, Ырымбурҙа, Мәскәүҙә үткән башҡорт һәм мосолман ҡоролтайҙарында ҡатнаштым. Башҡорт хөкүмәте ойошторолоу менән, тейешле белемле хәрби кеше булараҡ, уның эшендә бар көсөмдө бирҙем. Тамъян-Ҡатай кантонында эшләгәндә Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашыу әле лә күҙ алдымда. Уны тыуған яҡтарым буй¬лап һаҡлап оҙатып йөрөнөм, хатта тыуған ауылым йәйләүендә аҙға ғына булһа ла ҡунаҡ итеү бәхетенә лә ирештем. Ошо бөйөк аҡыл эйәһе кеше аҙаҡтан кейәү бу¬лып ҡуйҙы. Ике туған апайымдың ҡыҙына өйләнде. Тик бәхеттәре генә (ғаилә бәхетен әйтәм) оҙайлы булманы: бар ғүмерҙәре буйына айырым йәшәнеләр, бер-береһенә зар-интизар булдылар. Ырымбурҙа ойошторолған Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынһа ла, уның ағзалары төрлө юлдар менән Силәбегә йыйылдылар. Хөкүмәтебеҙ эшен дауам итте. Йәп-йәш кенә хөкүмәтебеҙгә лә терәк, таяныс кәрәк ине. Тирә-яҡҡа илселәр ебәрелде. Минең өлөшкә иң алыҫ ил, иң яуаплы һөйләшеү, килешеү тура килде. Әле йәшәп ятҡан илгә сәфәр сыҡтым. Ул заманда юл йөрөү ауыр һәм аяныс ине. Бөтә Себер илен үтергә тура килде. Әгәр ҙә башҡорт иле үҙ аллы юл менән йәшәй башлаһа, ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр. Кире ҡайтырға сыҡтым. Юл аҙабы — гүр ғазабы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Юлда ауырып киттем. Поездан бер ҡаланың дауаханаһына һалдылар. Алты ай буйы ятырға тура килде. Илгә ҡайтып еткәндә донъялар бөтөнләй үҙгәргәйне. Башҡорт хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сыҡҡан. Илде Колчак ғәскәре баҫып алған. Хөкүмәтебеҙ ҙә ҡыҙылдар менән Волга буйына сигенгән. Ауылдарҙы бер аҡтар, бер ҡыҙылдар талағандар. Ауылыма килеп йығылдым. Күпме михнәттәр күреп алып ҡайтҡан һөйләшеүемдең бөтөнләй кәрәге ҡалманы. Үҙ тыуған еремдең һәр үләне, һәр емеше дауа булды. Әкренләп аяҡҡа баҫтым. Әммә ҡыуаныс, шатлыҡ, ынтылыштарым, элекке өмөттәрем елгә осҡайны инде. Әхмәтзәки Вәлидиҙе, иленән айырып, Мәскәүгә алып китһәләр ҙә, ул Рәсәй хөкүмәте менән килешмәне, Урта Азияға китте. Стәрлеләге Башҡорт хөкүмәте лә, Рәсәй хөкүмәте сәйәсәтенә риза булмай, эштәрен ташлап китергә мәжбүр булды. Илдә мәхшәр ҡупты. Карателдәр килеп тулды. Халыҡ быға риза булманы һәм баш күтәрҙе. Мине лә, хәрби кеше булараҡ, кәңәшсе ролендә көрәшкә саҡырҙылар. Дөрөҫ, мин ҡулыма ҡорал тотманым. Әммә, кәңәшсе булараҡ, яҡташтарыма алған белемем ярап ҡалды. Большевиктар хөкүмәте граждандар һуғышынан һуң баш күтәреүселәргә ныҡлап тотондо. Етмәһә, Советтарға ҡушылып, күп фронттарҙа батырлыҡ күрһәткән Муса Мортазинды ла был эшкә йәлеп иттеләр. «Хәҙер һиңә бында ауыр булыр. Совет хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреүсе итеп беләләр бит һине. Әлегә илдән китеп тор. Әхмәтзәки Вәлиди Урта Азияла. Бәлки, уның янына юлланырһың. Йә сәфәр ҡылған илеңә кит. Хәҙер юлды беләһең. Бик булмаһа, алыҫыраҡ булған берәй башҡорт ауылында балалар уҡыт. Бында ҡалһаң, үлтереп әрәм итерҙәр», — тип кәңәш биреүселәр булды. Мин көн тыуышына юл¬ландым. Мең михнәттәр күреп, әле йәшәгән илемә килдем. Тымыҡ океанға килеп төртөлгәс, ҡайҙа бараһың инде. «Илсе Ғайса» йырын йырлай-йырлай, бар ҡалған ғүмеремде ошонда йәшәргә мәжбүр булдым. Бына шулай айырылдым мин тыуған еремдән, ғәзиз илемдән, изге та-мырҙарымдан. Хәҙер инде имгәкләп тә ҡайтып етерлек түгел. Шулай ҙа бер саҡ күрҙем мин тыуған яҡтарымды. 1942 йыл ине. Ер йөҙөндә аяуһыҙ һуғыш бара. Ул бик алыҫта барһа ла, зәхмәте минең йөрәгем аша ла үткән кеүек ине. Рәсәйҙең Златоуст ҡалаһына ниндәйҙер маҡсат менән эш сәфәренә кескәй бер төркөм тәғәйенләнеләр. Ул-бы¬лы миңә ҡараңғы ине. Урыҫ телен белгән кеше булараҡ, мине лә шул төркөмгә йәлеп иттеләр. Әммә сәфәр маҡсаты тураһында миңә ләм-мим. Исем-шәрифемде үҙгәртеп, икенсе милләт кешеһенә тип документ та әҙерләгәндәр. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ был сәфәргә ризалыҡ бирҙем. Илде ҡайтып күреү теләге ҙур ине шул. Поезда барған оҙайлы юлда үҙ-үҙемә бикләндем. Илем хаҡында уйландым. Башҡалар менән йүнләп аралашманым да. Ниһайәт, Злато-устҡа килеп еттек. Был ҡала миңә бала саҡтан уҡ таныш. Бында күп тапҡыр булғаным бар. Тыуған ауылыма иң яҡын ҡалаларҙың береһе ул. Был хаҡта юлдаш¬тарыма бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Шулай ҙа улар минән күҙ алмайҙар, һәр аҙымым иғтибар үҙәгендә. Тәржемәсе булыуға ҡарағанда, тегеләрҙең йомошсоһо бурысын Ҡунаҡхананан йыраҡ түгел бер ат һарайына юлыҡтым. Берәй төндә тыуған ауылыма барып килергә ат ҡараусы менән килештем. Башта риза булмағайны. Мул ғына аҡса төрткәс, ыҡҡа килде ул. Сәфәрҙәштәрем ул көндө ниндәйҙер киле¬шеүгә ҡул ҡуйғайнылар. Бер аҙ төшөрөп тә алдылар. Иртәгә ҡайтып китергә тип, дәүем баҙарына иртәрәк яттылар. Тегеләрҙән йәшереп кенә бер аҙ күстәнәс тә әҙерләп ҡуйғайным. Ҡунаҡхананың артҡы ишегенән сыҡтым да алдан һөйләшеп ҡуйған урынға һыпырттым. Көҙгө ҡырпаҡ ҡар яуған. Ат еңел һәм етеҙ юрта. Күрәһең, берәй түрә-ҡараға тәғәйен аттыр инде, бик көр генә. Күңелдә әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ тойғо. Ундай мәлдә, күңел йырлай, тиҙәр бит. Ат хужаһы шым ғына килә. Бар уйы атында. Юл да уның өсөн хәүефле бит. Белеп, һиҙеп ҡалһалар, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп. Һәр ҡарағай, һәр бөгөл миңә таныш. Төн уртаһы булһа ла, миңә көпә-көндөҙ кеүек. Сананан һикереп төшөп, йәнәшәнән йүгергем килә. Иллене аша атлаған ке¬ше лә шулай итеп бала кеүек тойғо кисерер икән. Бәхетебеҙгә, юлда бер кем дә осраманы. Утыҙ саҡрым аралыҡта ауыл да, утар ҙа юҡ. Бына ауылым, тыуған ауылым! Йөрәгем дарҫлап тибә, ашҡына. Төн уртаһы булһа ла, бөтә тирә-яҡты күҙәтәм. Ауылым теге саҡтан, илдән китергә мәжбүр булғандан, күпкә хөрт кеүек. Урамда эт ҡыуыр әҙәм дә юҡ. Хатта һәр нәмәгә, һәр тауышҡа һиҙгер алабайҙар ҙа абаламай. Әллә улар үлеп бөткән, әллә минең ауыл¬даш икәнде һиҙәләр инде. Ауыл ситендәге бәләкәй генә өйгә туҡтаныҡ. Унда минең алыҫ ҡәрҙәшем йәшәй ине. Ҡапҡаны асып, ихатаға индек. Хужаларҙы уятып, ишек астырҙым. Үҙемде таныттым. Күҙҙәре олоғайып китте тегеләрҙең. Аптырап ҡалдылар. Күстәнәстәрҙе тотторҙом да хәл-әхүәл белергә, төбәшергә керештем. Ауылда ағай-эне юҡ тиерлек. Күбеһен ситкә һөргәндәр. Ҡалғандары ла һуғышҡа алынған. Ҡайнаған самауыр ҙа һыуынды. Билдәле, ашъяулыҡта ризыҡ таҡы-тоҡо ғына. Әммә мине ауыл хәлдәре күберәк ҡыҙыҡһындыра. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Ат ху¬жаһы ваҡыт еткәнен иҫкәртте. Ул да шөрләй инде. Ваҡытында ҡайтып етергә ашҡына. Өй хужалары менән хушлаштыҡ. Күҙҙән йәштәр сөбөрҙәй. Минең килеүҙе бер кемгә лә өндәшмәҫкә ҡуштым. «Бер һүҙ ысҡындырһағыҙ, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы бығаулап, Себер ебәрәсәктәр», — тип иҫкәрттем. Бына шулай үҙ ауылымда ҡасҡы кеүек йәшенеп кенә йөрөп ҡайттым. Илдәге бөлгөнлөк, ярлылыҡ күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ил тип, милләт тип көрәшеп, янып-көйөп йөрөүҙәрем бушҡа булдымы икән ни? Ауыр, бик ауыр йөк алып киттем ауылымдан. Ҡайтыу юлына ат етеҙ юртты. Әммә минең барғандағы ашҡыныу, ынтылыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды. Златоустҡа килеп еттек. Ат ҡараусы менән иҫәп-хисап эшләнем дә ҡунаҡханаға килдем. Минең шефтар бер нәмә белмәй йоҡлай. Мин дә бер-ике сәғәт булһа ла серем итеп алырға булдым. Әммә күҙгә йоҡо килмәй. Икһеҙ-сикһеҙ уйҙар диңгеҙендә йөҙәм. Тик уларҙың осона, ҡырыйы¬на сығырлыҡ түгел. Шул уҡ көндө кирегә юлландыҡ. Юлдаштарым минең төнгө сәфәремде һиҙгәндерме, юҡмы — белмәйем. Был хаҡта бер һүҙ өндәшмәнеләр. Башҡаса бындай сәфәрҙәргә лә йәлеп итмәнеләр. Былай, 1945 йылда Рәсәй менән һуғыш барғанда ла, ил аластары борсоманы. Алда яҙғанса, «Урал» поэмаһында артист менән эмигранттың осрашыуы тасу¬ирлана. Ул эмигрант мин инем. Үтә бай булмаһам да, хәлле генә көн иттем. Поэ¬мала яҙылғанса, хатта бейә бәйләп, ҡымыҙ ҙа бештем. Тура килгәндә, Башҡорто¬стандан килгән кешеләр менән дә осрашырға тырыштым. Тик ундай мәлдәр бик һирәк тура килде шул. Сит илдәрҙәге милләттәштәрем хаҡында күберәк хәбәрҙар инем. Улар мине Европаға саҡырһа ла, риза булманым. Башҡортостандан артист килеүен ишеткәс, концертында булдым. Осрашыу ҙа насип булды. Бик оҙаҡ һөйләшеп тә ултырҙыҡ. Ул ҡурайҙа уйнаны, ә мин халыҡ йырҙарын һуҙҙым, эсемдәге һағышымды түктем. Был әңгәмә барышында «һин башҡорт, мин башҡорт» тигән бәхәс-фәлән булманы. Ошо осрашыу хаҡында, күрәһең, артист шағирға һөйләгәндер инде. Ә Назар Нәжми, үҙ сиратында, поэма яҙған. Ул, совет сәйәсәтенә яраҡлаштырып, түбәндәге һығымтаға килгән: Башҡорт ҡына шулай йырлай ала, Ә шулай ҙа Һин бит ысын башҡорт түгелһен,... Поэма шулай тамамлана. Күңелендә, уйҙарында, йырҙарында барлыҡ башҡорт илен йөрөткән кеше нисек башҡорт булмаһын инде! Тарих, яҙмыш беҙҙең быуынға ниндәй генә һынау, ауырлыҡтар, кәртәләр теҙһә лә, бер кем дә — алла ла, мулла ла, шағир Назар Нәжми ҙә минең башҡортлоғомдо тартып ала алмай, һәм үлгәндә лә башҡорт булып үләсәкмен. Мин башҡорт булып тыуғанмын, үҫтем, үҙемсә көрәштем. Сит тарафтарға китергә мәжбүр булһам да, бер кем дә минең башҡортлоғома ҡул һона алмаясаҡ. Әле сит илдә лә мин ғорур рәүештә башҡорт¬мон тип йөрөйөм. Үлгәндә лә башҡорт, мосолман кеүек һуңғы юлға оҙатыуҙарын ғаиләмә васыят итеп әйттем. Халҡымдың арҙаҡлы ғалимдары, сәнғәт әһелдәре, дәүләт эшмәкәрҙәре ту-раһында уҡып ғорурланам. Алда яҙғанса, ғаиләмдә лә мөмкин булғанса башҡорт рухын һаҡларға тырышам. Башҡорт теле — ғаиләм теле, барыбыҙ ҙа башҡорт йыр-моңон, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҙ итәбеҙ. Шулай булғас, башҡортлоғомдо кем тартып ала алһын инде. Илемә ҡайтам икән, икенсе көндө үк мине төрмә, һөргөн көтә. Сит илдә булһам да, сәбәпһеҙ төрмәнән, һөргөндән, үлемдән ҡурҡам. Шағир үҙе лә һуғышта булған кеше. Мин милләтем, халҡым тип көрәшеп йөрөгәндә, ул бишектә генә булған. Юҡ, мин уны ғәйепләргә йыйынмайым. Ундай уйҙарҙан хоҙай һаҡлаһын. Совет сәйәсәте уны шулай тәрбиәләгән бит. Хатта бына тигән яҙылған поэманы ла сәйәсәткә бороп ебәреүҙе ошо тәрбиә талап итә. Поэма 1976 йылда яҙылған. Мин уны икенсе йылында уҡ уҡыным. Хәҙер бик оло йәштәмен. Тик башҡорт рухыма ҡаршы яҙылған әҫәрҙе күңелем ҡабул итмәй. Шуға ла илемә, милләттәштәремә үҙ фекеремде яҙып ебәреүҙе изге бурысым һананым. Әле ошо хатты яҙам, үҙем пластинканан «Илсе Ғайса» йырын тыңлайым. Күңелем менән Уралыма, Уй, Яйыҡ буйҙарына елдерәм. Һөйөклө Уралым, Тыуған илем, милләттәштәрем! Был хат һеҙгә барып юлыҡҡанда, мин был яҡты донъяла булмам. Күңелем шулай һиҙә. Шулай ҙа яҙмам аша рухым һеҙҙең менән һөйләшер. Теләгем шул: башҡортлоҡтан мине һыҙып ташламағыҙ! Онотмағыҙ! Мин барыбер — башҡортмон! Һау-сәләмәт булығыҙ! Хатыма, алда яҙғанса, исем-шәрифтәремде ҡуйманым. Уның ялҡындары яҡын¬дарыма, ҡәрҙәштәремә тейеүен теләмәйем. Аңлаған, фекерләй алған кеше, милләттәшем, былай ҙа кемлегемде төшөнөр, тип уйлайым. Тағы ҡабатлайым: яҙмыш тарафынан әллә ҡайҙарҙа, ер сигендә йәшәргә мәжбүр ителһәм дә, бары¬бер башҡорт булып ҡалам